Салауат районында йәшәгән ғаилә әле булһа ауыр ҡайғынан арына алмай: 19 йәшлек улдары яҡты донъяны ҡалдырып киткән.
Туғандары белдереүенсә, егеттең үле кәүҙәһен башҡа кешенеке менән алыштырғандар, бер йыл буйына ҡәберҙә башҡаның кәүҙәһе ятҡан, ти улар. Улдарын үлтергәндәр, тип тә фаразлайҙар, шуға ла енәйәт эҙен йәшереү маҡсатында кәүҙәне алыштырғандар, тип баралар. Эксгумация эшләргә ҡарар итәләр.
Ошонан һуң ата-әсә ҡәберҙә башҡа кешенең ятҡанын аңлай. Үлгән егеттең медицина экспертизаһында йөрәк ауырыуынан вафат булғаны тураһында яҙылған. Туғандары иһә быға ышанмай, улдарының һау булыуын, сәләмәтлегенә бер ваҡытта ла зарланмауын билдәләй.
Тикшереү комитетына ғариза яҙғас, ерләнгән егетте ҡаҙып алалар. Әлеге ваҡытта ғаилә ДНК экспертизаһы һөҙөмтәһен көтә.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/be-e-ulyby-y-k-e-t-gel-/