18-20 сентябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре үтте. Сара республиканың 100 йыллығына арнала.
Ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, бизнесҡа, туризмға арналған түңәрәк өҫтәлдәр һәм стратегик сессиялар ойошторолдо. 18 сентябрҙә П.И. Чайковский исемендәгеконцерт залында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны.
«Красная Пресня» мәҙәниәт һәм ял паркында «Башҡортостан – Евразия йөрәге» фотокүргәҙмәһе эшләне. Башҡортостандың Рәмил Килмәмәтов, Рәмил Нафиҡов, Эдуард Дилмөхәмәтов кеүек танылған фоторәссамдары эштәренән 30 стенд күрһәтелде. Эштәрҙе 30 сентябргә тиклем ҡарарға мөмкин.
Юбилей көндәрен үткәреү барышында Өфөлә хаҡы 11 миллиард һумға баһаланған вуз-ара студенттар кампусын төҙөү мәсьәләһе буйынса Внешэкономбанк вәкилдәре менән эшлекле осрашыуҙар уҙҙы. Был студенттарҙың, йәш ғалимдарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыр һәм тағы ла күберәк сит ил студенттарын йәлеп итер, тип күҙәллана. «Зарядье» үҙәгендә Башҡортостанда ойоштороу күҙалланған ике ҙур сара – Бөтә донъя фольклориадаһы-2020 һәм Апимондия-2021 менән таныштырыу булды. Теләгәндәр туҡыусылыҡ, тамбурлы сигеү, кейеҙ келәм, милли биҙәүестәр әҙерләү, өзләү, хореография, милли уйын ҡоралдарында уйнау, милли уҡтан атыу һәм фольклор буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
19 сентябрҙә В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй халыҡ ижады йортонда «Бөтә донъя фольклориадаһы: стартҡа тиклем бер йыл» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Башҡортостан Республикаһы көндәре бөгөн «Зарядье» паркының ҙур амфитеатрында тамамлана. Сра сиктәрендә Мәскәүҙә Башҡорт мәҙәни үҙәге асыла. Күп функциялы майҙансыҡ башҡорт милли мәҙәниәтен һаҡлауға һәм уны үҫтереүгә булышлыҡ итер тип күҙаллана.