Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Сентябрь 2019, 15:14

Яҡташтарыбыҙ өсөн тауыш бирәйек!

”Башҡорт йыры” проекты йылдан-йыл популярлыҡ яулай.

”Башҡорт йыры” проекты йылдан-йыл популярлыҡ яулай. Быйыл барыһы 40 йырсы конкурста ҡатнашырға теләк белдергән. Бәйгенең һайлап алыу турын уҙған 18 конкурсант араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар.
Ҡыйғы районынан Ләйсән Нурыева, Салауат районынан Дунай Фәтҡуллин һәм Мәсетле районынан Фәдис Бәҙретдинов үҙ һәләтен һынап ҡараясаҡ. Йырсылар өсөн конкурстың рәсми сайтында (https://bash.news/bst/konkurs/bashkort-yyry-19) тауыш биреү ойошторолған. Иң күп тауыш йыйыусылар бәйгенең финалына уҙа.
Проекттың маҡсаты – башҡорт музыкаһын пропагандалау, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм мәҙәниәтте һаҡлау, халыҡ башҡарыуының йолаларын үҫтереү, фольклорҙың боронғо ҡатламын тергеҙеү һәм йәш башҡарыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен реализациялау.
Читайте нас: