Эйлестан
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Сентябрь 2019, 07:20

ДӘҮЛӘТ ЯРҘАМЫ ТЕЙЕШЕНСӘ ФАЙҘАЛАНЫЛАМЫ?

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы, Стәрлетамаҡта эшҡыуарҙарға экспортерҙарға дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләнеләр.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы, Стәрлетамаҡта эшҡыуарҙарға экспортерҙарға дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләнеләр.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы коворкинг-үҙәктә “Башҡортостанда бизнесты үҫтерәбеҙ – бизнесҡа дәүләт ярҙамы сараларын файҙаланырға өйрәнәбеҙ” тип аталған ғәмәли конференция ойошторолдо.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты республикабыҙ продукцияларын киңерәк танытыу, сауҙа майҙандарын киңәйтеү мөмкинлеген аса. Уның нигеҙендәге төбәк проекттарына ярашлы, беҙҙә бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы донъя баҙарына сығарыу буйынса мәсьәләләр, сеймал булмаған энергетик түгел тауарҙарҙы экспортлау үҫеше хәл ителә. Беренсе сиратта – эшкәртеү сәнәғәте һәм ауыл хужалығы продукцияларын.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо мәсьәләләргә арналған сараларҙың береһендәге сығышында экспортҡа йүнәлтелгән 800 компания барлығын, уларҙың 650-һе бәләкәй һәм урта предприятиелар булыуын әйтте. Шул уҡ ваҡытта экспорттың 90 процентын 20 эре тауар етештереүсе тәьмин итә. Тимәк, бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы был йәһәттән үҫтереү шарт.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы әлеге ғәмәли конференция – дөйөм бурысты тормошҡа ашырыуҙың бер өлөшө. Унда төбәк үҫеш институттары етәкселәре һәм вәкилдәре йүнселдәргә бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләне, эшмәкәрлекте үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса консультация бирҙе, дәүләт ярҙамынан әүемерәк файҙаланырға саҡырҙы.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.
Читайте нас: