4 октябрҙә Дыуан районы Республика лицей-интернатында “Аҫылташ” мәғариф майҙансығы эшләне. Мәсетле, Ҡыйғы, Балаҡатай һәм Дыуан районы уҡыусылары һәм студенттары проект төҙөү серҙәренә төшөндө, уларҙы социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртырға өйрәнде.
Башҡортостан “Йәш яҡташтар” берлеге ассоциацияһы рәйесе, форум координаторы Байрас Азаматов барыһын да сәләмләп сараның маҡсаты менән таныштырҙы. Артабан һүҙ “Арғымаҡ” төркөмө солисы Ринат Рамазановҡа бирелде. Ринат йәштәрҙе үҙ асылын, ҡотон, милләтен, телен һаҡлауға саҡырып сығыш яһаны. Үҙенең сәнғәткә килеүе, ҡайҙарҙа булыуы һәм уңыштары тураһында һөйләне.
Артабан залда ултырыусылар командаларға бүленеп үҙҙәренә капитан һәм спикер һайланы. Төркөмдәр бергәләшеп үҙҙәре хәл итә алырлыҡ проблемаларҙы билдәләп уларҙы сисеү юлдарын эҙләне. Берәүҙәр законһыҙ ағас ҡырҡыу, икенселәр башҡорт телен пропагандалау, мәктәптәрҙә шашка-шахмат түңәрәктәрен булдырыу, ололарға ярҙам ҡулы һуҙыу, өсөнсөләр тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу, юл проблемаларын күтәреп сыҡты, уларҙы хәл итеү юлдарын тәҡдим итте.
Наҙгөл Ғәлиева форумда ҡатнашыусыларҙы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уны интернет селтәрендә халыҡҡа еткереү алымдары менән таныштырҙы. Төрлө программалар, биҙәү сайттары тәҡдим итте, интернет селтәрендә пост яҙырға өйрәтте.
Артабан Өфөнөң килгән студентар үҙҙәре белем алған уҡыу йорттары тураһында һөйләне. Уларҙың сығыштары бай мәғлүмәтле презентациялар менән оҙатылып килде.
Тәҡдим ителгән проекттар араһында Республика-лицей интернатының “Төньяҡ амурҙары” командаһы еңеү яуланы. Улар башҡорт телен өйрәнеү һәм һөйләү телмәрен үҫтереү проблемаһын күтәреп сыҡты. Еңеүселәргә ҡунаҡтар “Аҫылташ” тигән яҙыулы футболкалар бүләк итте.
Сара һуңында һәр команда тәҡдим иткән проблема өҫтөндә ныҡлы эшләргә һәм проект координаторҙарына һөҙөмтәләр булыу менән хәбәр итергә, интернет селтәрендә ниндәй саралар үткәрелеүе хаҡында яҙырға һүҙ бирҙе.