Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Октябрь 2019, 14:03

“Илһам” үҙ ишектәрен асты

Мәсетле районы Ишәле ауылында “Илһам” мәсете асылды.

Мәсетле районы Ишәле ауылында “Илһам” мәсете асылды.
Аллааһ йортон асыу сараһында район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин сығыш яһап, халыҡтың шатлығын уртаҡлашты, ярҙам күрһәтеүселәргә рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ ҡотлау һүҙҙәре менән райондың имам-мөхтәсибе Азамат хәҙрәт Вәлиев, Ростов ауыл советы башлығы Ирек Ғәлимов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова һәм башҡалар сығыш яһаны.
Таҫма киҫелгәндән һуң барыһы ла мәсеткә инде. Төньяҡ-көнсығыш райондарынан, Свердловск өлкәһенән килгән имам- мөхтәсибтәр ауыл халҡының шатлығын бүлеште, изге тәләктәрен еткерҙе. Райондың имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев мәсетте һалыуҙа әүҙемлек күрһәтеүселәргә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының һәм Мәсетле районы мөхтәсибәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Р. Әлимбаева.
Читайте нас: