Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Октябрь 2019, 11:53

Балаһы тәмәке тартҡан ата-әсәләргә – штраф

Рәсәйҙә бәлиғ булмаған балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә штраф һала башлауҙары ихтимал.

Рәсәйҙә бәлиғ булмаған балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә штраф һала башлауҙары ихтимал.
Хөкүмәттә шундай закон әҙерләйҙәр. Ул тәмәке тартҡан үҫмерҙәрҙең ата-әсәләренән тыш, башҡа законлы вәкилдәренә лә ҡағыла.
Бынан алда 1 октябрҙән Рәсәйҙә янғын хәүефһеҙлегенең яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә индерелгәйне. Уларға ярашлы, хәҙер балкондарҙа һәм лоджияларҙа, ятаҡтар һәм ҡунаҡханалар бүлмәләрендә асыҡ ут ҡулланыу тыйыла. Закон боҙоусыларға иҫкәртеү йәки өс мең һумға тиклем штраф янай. Ҡағиҙәләрҙе боҙоу арҡаһында янғын сыҡһа, биш мең һумғаса штраф һалыныуы мөмкин.
Читайте нас: