Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Октябрь 2019, 10:52

Башҡорт фильмын Америкала күрһәтәсәктәр!

Кинорежиссер Булат Йосоповтың “Беренсе Республика” фильмы Лос-Анджелеста күрһәтеләсәк.

Кинорежиссер Булат Йосоповтың “Беренсе Республика” фильмы Лос-Анджелеста күрһәтеләсәк.
Булат Йосопов Азия халыҡ-ара кино фестиваленең башҡарма һәм тапшырыуҙар программалары директоры Джорджес Чамчундан рәсми саҡырыу алған. Шулай итеп, “Беренсе Республика” фильмы фестивалдең конкурс программаһында ҡатнашасаҡ.
Был күптәргә билдәле фестиваль 6-14 ноябрҙә Лос-Анджелеста, Калвер-Ситила үтәсәк. Булат Йосоповтың фильмын Голливудтың сит илдәр матбуғаты ассоциацияһына (HFPA) һәм кинокомпанияға күрһәтеү мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, был ойошма – “Алтын глобус” кино премияһының төп бағыусыһы.
Джорджес Чамчун башҡорт кинорежиссерына республиканы, хатта тотош илебеҙҙе күрһәтәсәк фильмдың һайланыуы менән ҡотлаған һәм уға, уның компанияһына уңыштар теләгән. Әйткәндәй, был фестивалдә 50-нән ашыу ил ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: