Документтың яңы форматы “Шәхси иҫәп системаһында теркәү тураһында белдереү ҡағыҙы” тип атала. Ул ғәҙәти СНИЛС-ты алмаштыра. Яңы электрон белдереү ҡағыҙы системала беренсе тапҡыр теркәлгәндәргә, шулай уҡ документын юғалтҡан йәки фамилияһын алмаштырғандарға бирелә. Әлеге ваҡытта карточканы теләк буйынса алмаштырырға мөмкин, элекке СНИЛС үҙ көсөндә ҡала.