Эйлестан
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Октябрь 2019, 13:07

Лағыр шаяндары – беренсе!

14 октябрҙә Өфөлә Башҡорт юниор КВН лигаһының VII миҙгелен асыу фестивале уҙҙы.

14 октябрҙә Өфөлә Башҡорт юниор КВН лигаһының VII миҙгелен асыу фестивале уҙҙы. Шаяндар һәм тапҡырҙар бәйгеһендә Салауат һәм Дыуан районы командалары уңышлы сығыш яһаны.
Фестивалдә Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Салауат, Мәсетле, Ҡараиҙел, Стәрлебаш, Учалы райондарынан, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан килгән 23 команда ҡатнашты.Тәжрибәле КВН-сылар менән бер рәттә дебютанттар ҙа үҙ көсөн һынаны һәм юғары һөҙөмтәгә иреште.
Командалар блоктарға бүленде, һәр блокта призлы урындар уйнатылды. Беренсе блокта сығыш яһаусы яҡташтарыбыҙ Салауат районы Лағыр ауылынан “Бер юл” командаһы егеттәре (һүрәттә) беренсе урын яуланы. Дыуан районынан “Арый туҡталышы” командаһы икенсе блокта өсөнсө урынға лайыҡ булды. Бынан тыш Арый ауылынан Даяна Ишмөхәмәтова “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында билдәләнде. Фестивалдең гран-прийын Нефтекамскиҙан “Балаяндар” командаһы яуланы.
Уйында шулай уҡ Мәсетле районынан “Замана балалары”, Дыуан районынан “Төньяҡ амурҙары”, Салауат районынан “Йор үҙән” командалары ҡатнашты.
Р. Әлимбаева.
Читайте нас: