11 октябрҙә Мәсәғүт ауылының үҙәк майҙанында Бөтә халыҡ матбуғатҡа яҙылыу көнө үтте. Дыуан мәғлүмәт үҙәге һәм почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре ойошторған сара барышындан һәр теләгән кеше ташламалы хаҡҡа яратҡан баҫмаларына, шул иҫәптән район гәзитенә һәм “Әйлестан”ға яҙылды.
Шул уҡ көндө “Әйлестан” гәзите редакцияһында иғлан ителгән конкурстарға йомғаҡ яһалды. “Иң өлгөр уҡыусы” номинацияһында Әбдрәшит ауылынан Юлай Ҡаһиров еңеү яуланы. Был көндө ул иң беренсе булып “Әйлестан”ға яҙылды. Әйткәндәй, Ҡаһировтар ғаиләһе гәзитебеҙҙең күптәнге тоғро дуҫы. Бының өсөн уларға рәхмәт белдерәбеҙ.