14 октябрҙән Башҡортостан тулыһынса телетапшырыуҙарҙы аналог алымында күрһәтеүҙән туҡтап, һанлы форматҡа күсте.
Заманса телевидениеға күсеү халыҡтың 15-20 процентына ҡағыласаҡ. 60 процентҡа яҡынына – кабель, спутник йәки IP телевидение ҡарағандар өсөн бер нимә лә үҙгәрмәй, улар үҙҙәренең каналдарын нисек ҡараған, шулай ҡарай.
РТРС сайтында һанлы тапшырыу сигналы булмаған тораҡ пункттарҙың исемлеге менән танышырға була. Беҙҙә кабель эфир сигналы булмаған бер нисә тораҡ пункт бар, унда спутник ҡорамалын һатып алырға кәрәк. Тейешле аппаратураны тоташтырып өлгөрмәгән ҡулланыусыларға экранда ни өсөн республиканың “цифр”ға күсеүе, бының өсөн телевизор хужаларына нимә эшләргә кәрәклеге тураһында мәғлүмәт ролигы күрһәтелә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, төбәк башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, аҙ тәьмин ителгән граждандарға – ай һайын балаға пособие алғандарға һәм пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға һанлы эфир йәки спутник телевидениеһын ҡабул итеү өсөн ҡорамал һатып алыу һәм ҡуйыу өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Һигеҙ меңгә яҡын кеше ошо дәүләт ярҙамын алған. Ике меңгә яҡыны приставкалар буйынса компенсация һорап мөрәжәғәт иткән.
Башҡортостанда йәшәүселәр теләһә ниндәй ваҡытта ҡыҙыу линияға шылтыратып, тулыраҡ мәғлүмәт алырға, ирекмәндәрҙән ярҙам һорарға мөмкин: 8 (800) 347 00-55.
Һорауҙар менән тәүлек әйләнәһенә эшләгән бушлай федераль “ҡыҙыу линия” телефонына шылтыратырға мөмкин: 8-800-220-20-02.
Һанлы телеприставкаға тоташыу буйынса күрһәтмәләр техник паспортта бирелә, шулай уҡ смотри-цифру.рф сайты аша ла танышырға мөмкин. Әгәр һеҙ телевизорығыҙҙы йәки приставкағыҙҙы үҙаллы көйләй алмаһағыҙ, ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Бының өсөн 8- 800-347-00 -55 һандары буйынса төбәктә эшләгән “ҡыҙыу линия”ға шылтыратығыҙ (шылтыратыу бушлай).