Эйлестан
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Октябрь 2019, 12:05

Велосипедсыны тапатҡан

Кисә кис, 14 октябрҙә, Мәсетле районында үлемесле авария теркәлә. 33 йәшлек ир “Лада Гранта” автомобилендә 39 йәшлек велосипедсыны тапата.

Кисә кис, 14 октябрҙә, Мәсетле районында үлемесле авария теркәлә. 33 йәшлек ир “Лада Гранта” автомобилендә 39 йәшлек велосипедсыны тапата.
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ир кеше “Ашығыс ярҙам” табиптары килеп еткәнсе һәләк була.
Йәйәүлеләр һәм велосипедсылар тапалған юл-транспорт ваҡиғалары башлыса тәүлектең ҡараңғы осоронда була. Ҡара кейемдәге кешене водитель күреп өлгөрмәй, һөҙөмтәлә ошондай ҡурҡыныс осраҡтар ҡабатланып тора. ЮХХДИ инспекторҙары кейемгә яҡтылыҡты сағылдырған элементтар йәбештерергә тәҡдим итә. Был ябай ғына аҙым күп осраҡта ғүмерҙе һаҡлап ҡала.
Источник: https://bash.rbsmi.ru/articles/t-g-rm-s/voditel-ular-y-k-rm-g-n-/
Читайте нас: