Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Октябрь 2019, 13:08

Ярҙам алыусылар исемлеге киңәйә

Башҡортостанда 600 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алырға хоҡуҡлы күп балалы ғаиләләр исемлеге киңәйтелә.

Башҡортостанда 600 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алырға хоҡуҡлы күп балалы ғаиләләр исемлеге киңәйтелә.
Дәүләт Йыйылышы депутаттары киләһе пленар ултырышта «Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында»ғы республика законына төҙәтмәләр ҡабул итә.
— Әлеге ваҡытта һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең ошондай дәүләт ярҙамына хоҡуғы бар. Беҙ ошо түләүҙе алыу хоҡуғын 23 йәшкәсә һигеҙ һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләргә лә таратырға тәҡдим итәбеҙ. Йәштәр, ҡағиҙә булараҡ, мәктәпте тамамлағандан һуң юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа уҡый һәм ата-әсәһе ҡарамағында ҡала. Күптәре тап 23 йәшкә һөнәр үҙләштереп, үҙҙәрен тәьмин итә башлай. Шуға күрә ишле, шул иҫәптән 18-ҙән 23 йәшкәсә «балалар» тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә социаль ярҙамға мохтаж, — тип белдерҙе республика парламенты спикеры Константин Толкачев.
Уҙған йылдың көҙөндә депутаттар аҡса алырға хоҡуҡлы күп балалы ғаиләләр категорияһын киңәйтеп, законға үҙгәрештәр индерҙе, — балалар һанына талап туғыҙҙан һигеҙгә тиклем кәметелде. Хәҙер депутаттар сираттағы тапҡыр ярҙам алыусылар даирәһен киңәйтергә тәҡдим итә.
Читайте нас: