Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Октябрь 2019, 10:44

“Беҙ республиканың "һан"ға күсеүен юғары баһаланыҡ"

Кисә Башҡортостанға Рәсәйҙең һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Алексей Волин килде.

Кисә Башҡортостанға Рәсәйҙең һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Алексей Волин килде. Ошо йәһәттән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа эшлекле кәңәшмә үтте.
Сара башлыса республиканың һанлы телевидениеға күсеүенә һәм ошоға бәйле тыуған һорауҙарға арналды.
“Беҙ республиканың "һан"ға күсеүен юғары баһаланыҡ. Башҡортостан күсеүҙең дүртенсе этабына эләкте һәм булған ваҡытын әҙерлеккә бағышланы. Һеҙҙә "ҡыҙыу элемтә" бик уңышлы эшләүен дә билдәләгем килә. Бар һорауҙарға халыҡ ваҡытында яуап алды, кем күсә алманы, уларға ярҙамға ирекмәндәр килде”, – тине ул.
Осрашыуҙа, республика парламенты депутаттарынан тыш, төбәк телевидениеһы вәкилдәре, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов һәм башҡалар ҡатнашты.
Һөйләшеү шулай уҡ урындағы телевидениены үҫтереү мәсьәләләренә лә арналды. Сара әңгәмә форматында үтте, депутаттар һәм кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Алексей Волинға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе һәм яуаптар алды.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/be-respublikany-an-a-k-se-en-yu-ary-ba-alany-/
Читайте нас: