Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Октябрь 2019, 09:53

Ирекмән ярҙамға килә

Был аҙнала Башҡортостан тулыһынса һанлы телевидениеға күсте.

Был аҙнала Башҡортостан тулыһынса һанлы телевидениеға күсте. Телевизорын йәки приставкаһын үҙаллы көйләй алмаусыларға ирекмәндәр ярҙамға килә.
Мәсетле районы халҡының күбеһе цифрлы телевидениеға күскән. Бында ла ирекмәндәр приставка һәм антенналарҙы көйләүҙә ярҙамлаша, техник мәсьәләләрҙе аңлата. Ошо көндәрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылы ирекмәндәре Дина Моратоваға барып заманса телевидениеға күсеү алымдарын аңлатты. Телевизорҙы көйләгәс, ул экрандағы һүрәттәрҙең күпкә таҙараҡ, сифатлыраҡ булыуын билдәләп күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.
Һанлы телеприставкаға тоташыу буйынса һорауҙарығыҙ булһа, теләһә ниндәй ваҡытта ҡыҙыу линияға шылтыратып мәғлүмәт алырға, ирекмәндәрҙән ярҙам һорарға мөмкин: 8 (800) 347 00-55.
Читайте нас: