Эйлестан
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Октябрь 2019, 06:01

Кеше өсөн иң мөһиме – уңайлы торлаҡ

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты – халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн булдырылған иң мөһим проекттарҙың береһе. Уның маҡсатына өлгәшеү өсөн республикала “Торлаҡ”, “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү”, “Ипотека” һәм “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекттары раҫланған һәм эшләй.#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты – халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн булдырылған иң мөһим проекттарҙың береһе. Уның маҡсатына өлгәшеү өсөн республикала “Торлаҡ”, “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү”, “Ипотека” һәм “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекттары раҫланған һәм эшләй.
Быйыл да республикала төҙөлөш күләме былтырғынан кәм түгел. Әле 1,2 миллион квадрат метр торлаҡ бинаһы файҙаланыуға тапшырылған. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары биләмәләрендә йыл аҙағына тиклем 200 мең тирәһе квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелергә тейеш. Был маҡсатта 762,8 миллион һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 671,3 миллион һум аҡса бүленгән дә инде.
Республикала быйыл авария хәлендәге торлаҡта йәшәгәндәрҙе яңыһына күсереү буйынса күрһәткестәр үтәлгән. Һүҙ Башҡортостан Республикаһының 2019 – 2024 йылдарҙа авариялы торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү буйынса адреслы программа хаҡында бара.
Шулай итеп, авариялы тип танылған йорттарҙа йәшәгән 300 кеше яңы фатир алып ҡыуанған. Был күрһәткес 4,82 мең квадрат метр тәшкил иткән. Әйткәндәй, Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡуйған маҡсатлы күрһәткестәргә ярашлы, быйыл 60 кеше авария хәлендәге торлаҡтан күсерелергә һәм был майҙан 1,05 мең квадрат метр тәшкил итергә тейеш ине. Ошо план үтәлгән.
2019 – 2020 йылдарҙа Баҡалы, Балтас, Белорет, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Мәсетле, Мишкә райондарында һәм Өфөлә 8,4 мең квадрат метр самаһы иҫке торлаҡтағы кеше яңы йортло булыр тип күҙаллана.
“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында быйыл республикала 180 ижтимағи биләмә, шул иҫәптән 66 парк, 42 сквер, 22 йәйәүлеләр өсөн зона, 17 ял итеү объекты, 10 мемориаль комплекс, туғыҙ аллея, ете яр буйы майҙансығы һәм ете спорт урыны ипкә килтерелә. Әйткәндәй, уларҙың дүрттән бер өлөшө – яңы булдырылған урындар. Дөйөм алғанда, проектты тормошҡа ашырыу өсөн быйыл 1,44 миллиард, шул иҫәптән 1,41 миллиард һум аҡса федераль бюджеттан бүленгән.
“Башҡортостан ихаталары” проекты ла республика ҡалаларындағы һәм райондарындағы 500-гә яҡын ихатаны ипкә килтереүгә, матурайтыуға йүнәлтелгән.
Өҫтәүенә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында яңы биҫтәләргә илткән юлдар ҙа “Торлаҡ һәм уңайлы ҡала мөхите” милли проекты буйынса төҙөләсәк. Төҙөлөш йылдам барған урындарҙа ете юл һалыу күҙаллана. Уларҙың өсөһө – Стәрлетамаҡта, дүртәүһе баш ҡалала буласаҡ.
Быйыл республикала дүрт меңгә яҡын подъезда ремонт эштәре атҡарыласаҡ тип күҙаллана. Әле эш барған 3310 подъездың 1288-е ремонтланған. 2024 йылға тиклем иһә барыһы егерме мең подъезд сынъяһау булырға тейеш. Бынан тыш, был программа сиктәрендә ихаталар ипкә килтереләсәк, пандустар ҡуйыласаҡ. Тимәк, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн уңайлы мөхит булдырыласаҡ.
Республика ауылдарында урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе лә яҡшы ғына тормошҡа ашырыла. Бигерәк тә йәйәүлеләр йөрөгән юлдарға етди иғтибар бүленә. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда урамдарҙағы яҡтылыҡ системаларын яңыртыу графиктан алда бара. Әле 17 меңгә яҡын яҡтыртҡыс ҡуйылған. Бынан тыш, 3,8 мең яҡтылыҡ бағанаһы урынлаштырылған, ете мең боҙоҡ лампа алмаштырылған.

источник: https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/keshe-s-n-i-m-ime-u-ayly-torla-/
Читайте нас: