16 октябрҙә Мәсетле районында Әй йылғаһында бәхетһеҙ осраҡ була. Балыҡ тотҡанда 56 йәшлек ир бата.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, фажиғә Дыуан-Мәсетле ауылы янында була. Ҡотҡарыусыларға был хәлдең шаһиттары хәбәр итә. Эҙләү-ҡотҡарыу эштәренә хеҙмәткәрҙәр сыға ла бит, тик өлгөрмәй. Ни бары ирҙең кәүҙәһен генә табып сығаралар.
Дәүләт комитетында белдереүҙәренсә, көҙ мәлендә балыҡ тотҡанда бәхетһеҙ осраҡтар һаны арта.
“Был ваҡытта һыу бигерәк һалҡын. Әгәр кәмә түңкәрелеп, балыҡсы һыуға ҡолай икән, уны һыуланған ауыр кейеме аҫҡа тартасаҡ. Кеше ныҡлап хәрәкәт итә алмай һәм өшөй. Был күпселек осраҡта үлемгә килтерә”, – тинеләр ведомствола.