Эйлестан
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Октябрь 2019, 12:15

Ҡариҙелдә яңы күпер асылды

Кисә Ҡариҙел ауылын урап үтә торған юл участкаһында яңы күпер һәм 10 саҡрымлыҡ юл асылды. Улар Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы юлының бер өлөшө булып тора.

Кисә Ҡариҙел ауылын урап үтә торған юл участкаһында яңы күпер һәм 10 саҡрымлыҡ юл асылды. Улар Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы юлының бер өлөшө булып тора.
Эштәр бында өс йыл буйына барҙы. Проекттың дөйөм хаҡы 4 миллиард һумға баһалана, аҡсаны республика бюджеты бүлде. Төҙөлөштөң генераль подрядсыһы — «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте.
Был – төньяҡ-көнсығыштың иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән ҙур төбәк проекттарының береһе. Төҙөлөш тамамланғас, Башҡортостандың ошо төбәгенең республиканың үҙәк райондары менән тоташыу, М5 һәм М7 федераль трассаларына, «Яңауыл» тимер юл станцияһына һәм Бөрө, Дүртөйлө йылға порттарына сығыу мөмкинлеге була.
Ҡариҙел ауылы аша урау юл һәм Ҡариҙел йылғаһының ике ярын тоташтырған күпер һалыу «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» программаһы исемлегендә ҙур объект булды.
Читайте нас: