Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Октябрь 2019, 12:09

Малаяҙҙа хәҙер гел аяҙ!

Салауат районының Малаяҙ ауылында Күп функциялы үҙәктең бүлексәһе тантаналы шарттарҙа асылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул быйыл 1 августа капиталь ремонтҡа ябылғайны.

Салауат районының Малаяҙ ауылында Күп функциялы үҙәктең бүлексәһе тантаналы шарттарҙа асылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул быйыл 1 августа капиталь ремонтҡа ябылғайны.
Хәҙер бина танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелгән: бүлмәләр артҡан, уларҙың һәр береһе яҡты, иркен, инженер селтәрҙәре яңыртылған. Электрон сират ойошторолған, граждандар дүрт урында хеҙмәтләндерелә. Бынан тыш, белешмә биреү өҫтәле лә бар.
Салауат районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Риф Мөхәмәтдинов белдереүенсә, халыҡ өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡаласаҡ.
Читайте нас: