16 октябрҙә Өфө ҡалаһында Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала яҙыусы, журналист Ризван Хажиевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе уҙҙы.
Сарала яҙыусының ҡатыны Клара Хажиева, БР яҙыусылар Союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев, БР ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, яҙыусы һәм журналистар Айгиз Баймөхәмәтов, Рәзилә Ырыҫҡужина, Мәүлиҙә Яҡупова, педагогтар Фәниә Әсәҙуллина, Зәкиә Мырҙағолова, Зөһрә Фәйзуллина, БР-ҙың халыҡ артисы, композитор, башҡорт гимны авторы Фәрит Иҙрисов, яҙыусының яҡташтары Мәсетле районынан Радик Шәрәфисламов, Роберт Кәримов, Дыуан районынан Роза Шафиҡова, Ҡыйғы районынан Гөлсәсәк Ҡотошова, Тәскирә Гәрәйева, Башҡорт дәүләт университеты студенттары һәм башҡалар ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы З. Вәлиди исемендәге китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин, Шәүрә Абдрахманова етәкселегендә башҡорт әҙәбиәте һәм тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре сәләмләне.
Яҡындары, уҡыусылар һәм уҡытыусылар коллега, курсташ, дуҫ һәм иптәш, талантлы журналист, яҙыусы, төрлө яҡлы шәхес Ризван Закирхан улы хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Зәки Әлибаев коллегаһының гел халыҡ араһында булыуы, уларҙы борсоған проблемаларҙы, ҡыҙыҡһыныуҙарын белеүе, әүҙем йәмәғәт эше алып барыуы тураһында һөйләне. Зәки Арыҫлан улы студенттарҙы тыуған яҡтарының билдәле шәхестәре менән осрашып аралашырға, уларҙың эшмәкәрлеге буйынса эш алып барырға саҡырҙы.
Ризван Хажиевтың курсташтары Рәшиҙә Солтанова һәм Зөһрә Фәйзуллина студент йылдарын иҫкә алды. Туғанының бала һәм үҫмер сағы тураһында республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәниә Әсәҙуллина һөйләне.
Кисә ҡунаҡтары өсөн “Яҙыусы-публицист” китаптар күргәҙмәһе эшләне.