Кисә Сведловск өлкәһендә ҙур автомобиль фажиғәһендә Мәсетле районынан өс кешеһе һәләк булды. Ирҙәр вахта менән эшләп йөрөгән һәм ялға ҡайтып килгән.
Төмән яғынан ҡайтып килгән яҡташтарыбыҙ “Рено Меган”да була. Автомобиль ниндәйҙер сәбәп менән ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм “ДАФ” йөк машинаһына бәрелә. Һөҙөмтәлә водитель һәм ике пассажир ваҡиға урынында йән бирә. Йөк машинаһы шоферы йәрәхәтләнмәгән.
Фажиғә урынында юл ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, аварияның сәбәптәре әле асыҡлана. Бәлки, водитель арыған йәки иғтибарын юғалтҡан булғандыр тигән фараздар бар.
Источник: https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ey-kho-ayym-ta-y-lem-ta-y-vakhtoviktar-/