“Икенсе юғары белемгә ҡағылышлы әйткән фекер-тәҡдимдәрегеҙҙе ишеттем. Был мәсьәләне хәл итербеҙ. Гранттарҙы ярайһы уҡ арттырырбыҙ йәки сикләүҙәрҙе ғәмәлдән сығарырбыҙ”, – тине ил Президенты, С.А. Герасимов исемендәге Бөтә союз дәүләт кинематография институтын тамамлаусылар менән осрашыуҙа бирелгән һорауға яуап итеп. – Хөкүмәттә бер тармаҡҡа бындай мөмкинлек бирһәң, ҡалғандары ла эйәрәсәк, тип борсолалар, ләкин мин барыһын да бер ҡалыпҡа һалырға ярамай, режиссура, драматургия кеүек йүнәлештәрҙе айырым ҡарарға кәрәк, тигән фекер менән килешәм”.