Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Октябрь 2019, 10:28

Һанлы форматҡа күсеп өлгөрмәгәндәргә ҡайҙа шылтыратырға?

Рәсәй территорияһында 20 федераль телевидение каналы аналог алымында күрһәтеүҙән туҡтаны. Ваҡытында телевизорын “цифра”ға көйләмәгән граждандарға ирекмәндәр ярҙам күрһәтә.

Рәсәй территорияһында 20 федераль телевидение каналы аналог алымында күрһәтеүҙән туҡтаны. Ваҡытында телевизорын “цифра”ға көйләмәгән граждандарға ирекмәндәр ярҙам күрһәтә.
Федераль “ҡыҙыу элемтә” телефоны - 8-800-220-20-02 - менән бер рәттән республиканың мәғлүмәтләштереү дәүләт комитеты ойошторған 8-800-347-00-55 төбәк “ҡыҙыу элемтә”һе эшләй. Ошо телефондарға шылтыратып ярҙам һорағандарға ирекмәндәр өйҙәренә килә. Оло йәштәгеләргә, йөрөү мөмкинлеге сикләнгәндәргә ҡоролмаларҙы көйләүҙә йәштәр ҙур ярҙам күрһәтә.
Белгестәр билдәләүенсә, республика һанлы телетапшырыуға күсеүҙе әҙерлекле ҡаршы алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың йөкләмәһе буйынса, һанлы форматҡа күсеүҙә ауырлыҡтар тыумаһын өсөн 2019 йылдың ғинуарынан аҙ тәьмин ителгән граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Башҡортостан - һанлы тапшырыу зонаһынан ситтә ҡалған аҙ тәьмин ителгән категорияларға ҡараған граждандарға спутник ҡоролмаһын ҡуйыу һәм көйләүҙе тулыһынса башҡарған берҙән-бер төбәк.
Читайте нас: