Эйлестан
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Октябрь 2019, 07:19

Субсидия алып ҡалығыҙ!

Мәғлүм булыуынса, Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республика предприятиелары транспорт сығымдарына компенсация алыу мөмкинлегенә эйә.

Субсидия Башҡортостанда теркәлгән һәм төбәк биләмәһенән сит илгә үҙе етештергән тауарҙы оҙатҡан бәләкәй һәм уртаса компанияларға республика ҡаҙнаһынан түләнә.
Ошо көндәрҙә продукцияны экспортлау буйынса логистика сығымдарының бер өлөшөн Башҡортостан бюджетынан ҡаплауға субсидия алыусылар исемлеге тағы ла ике компания менән тулыланды. Улар – Белоруссияға цемент өҫтәмәләрен оҙатыу менән шөғөлләнгән “Цемент технологиялары” һәм Грузияға арыш оно сығарған “Агроэкспорт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре.
Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге төбәк предприятиеларын дәүләт ярҙамының ошо төрөнән файҙаланырға саҡыра. Әйткәндәй, субсидия 31 декабргә тиклем генә бирелә.
Читайте нас: