Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Октябрь 2019, 12:42

Ирекмәндәр – ярҙамға

Дыуан районы ирекмәндәре халыҡҡа телевизорҙарын “цифра”ға көйләүҙә әүҙем ярҙам итә.

Дыуан районы ирекмәндәре халыҡҡа телевизорҙарын “цифра”ға көйләүҙә әүҙем ярҙам итә.
Районда 40-тан ашыу ирекмән иҫәпләнә. Улар оло йәштәгеләргә һәм мөмкинлектәре сиклеләргә һанлы телевидениеға тоташтыуҙа ярҙамлаша.
Мәсәғүттән Сайна Иштуғанова телевизорҙан аналог телевидениены һүндереүҙәрен ишеткәс, ирекмәндәрҙе саҡырған. Наил Ғәйфуллин һәм Люба Хужина – халыҡты социаль яҡлау бүлеге ирекмәндәре. Эштәренән бушау менән улар Сайна Латип ҡыҙына ашыҡты. Ярты сәғәт көйләүҙән һуң ҡулайлама әҙер. Хәҙер Сайна апай яҡшы сифатлы бушлай егерме каналды ҡарай.
“Бергә” ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе И. В. Шолохова белдереүенсә, 16 октябргә ҡарата Йәштәр үҙәгенә “цифра”ны көйләүгә 77 заявка килгән. Ҡабаттан шылтыратыусылар ҙа бар. Бының сәбәбе ҡулайламаларҙың тап килмәүендә. Цифрлы приставка өсөн антенна көсәйтелгән йәки урам антеннаһы булырға тейеш.
– Ирекмәндәр оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле граждандарға бушлай ярҙам итеүен билдәләп үтергә кәрәк, – ти Ирина Влидиковна.
Фото “Бергә” ирекмәндәр хәрәкәте архивынан.
Читайте нас: