Хәҙер күп балалы ғаиләләргә үҙҙәренең статусын раҫлау өсөн балаларының таныҡлыҡтарын, паспорттарын алып йөрөү кәрәкмәй. Уларға күп балалы булыуҙарын раҫлаған таныҡлыҡ бирелә башланы.
Магазиндарҙа, күңел асыу үҙәктәрендә, музейҙарҙа, театрҙарҙа төрлө ташлама, льгота алырға хоҡуҡ биргән рәсми документ республикала беренсе тапҡыр әҙерләнгән.
Танытма алыу өсөн Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалына йәиһә күп функциялы үҙәктең теләһә ниндәй офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тәүге осраҡта танытманы – мөрәжәғәт иткән көндә үк, ә икенсеһендә 10 көндән һуң алырға мөмкин.
Танытма алыу өсөн документтар йыйылмаһы ябай: ата-әсәнең паспорттары, никах йәки уны тарҡатыу тураһында таныҡлыҡ, ғаилә составы тураһында белешмә, бөтә балаларҙың да тыуыу тураһында таныҡлыҡтары (шул иҫәптән, тәрбиәгә, уллыҡҡа, опекаға алынғандарҙың).
Әгәр ғаиләлә тәрбиәгә йәки опекаға алынған балалар бар икән, муниципаль органдарҙың тейешле ҡарарҙарын күрһәтергә кәрәк. Баланың тыуыу тураһында таныҡлығына атаһы тураһында мәғлүмәттәр әсәнең ғаризаһы нигеҙендә индерелгән осраҡта, ЗАГС органы биргән махсус белешмә талап ителә.
Әлегә был документ 600-ҙән ашыу ғаиләгә тапшырылған. Һуңғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 48 меңдән ашыу ишле ғаилә йәшәй.