Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Октябрь 2019, 08:17

Яңы йыл каникулын иҫерткес эсемлекһеҙ үткәрәбеҙме?

Башҡортостанда яңы йыл каникулдарында алкоголь һатыуҙы сикләүҙәре мөмкин. Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ошо теманы күтәрҙе.

Башҡортостанда яңы йыл каникулдарында алкоголь һатыуҙы сикләүҙәре мөмкин. Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ошо теманы күтәрҙе.
“Беҙҙе ун көн каникул көтә, күп кешеләр айнымай эсәсәк. Һөҙөмтәлә үҙ-үҙеңә ҡул һалыу осраҡтары, башҡа төр енәйәттәр арта. Был ун көн дауамында алкоголь һатыуҙы сикләү буйынса ниндәйҙер сараларға барырға әҙермен. Һабантуй һәм башҡа байрамдар мәлендә иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләү ыңғай һөҙөмтә күрһәтте. Әлбиттә, беҙ халыҡты бөтә байрам буйына алкоголһеҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ, әммә нисек дөрөҫ эшләп булыуын уйларға тейешбеҙ. Тәҡдимдәрегеҙҙе еткерегеҙ", – тип мөрәжәғәт итте Радий Фәрит улы.
Читайте нас: