Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Октябрь 2019, 12:09

Солтан мәктәбендә – этношәмбе

Ҡыйғы районы Солтан ауылы мәктәбендә “Тыуған ерем – Башҡортостан” исемле этношәмбе уҙҙы.

Ҡыйғы районы Солтан ауылы мәктәбендә “Тыуған ерем – Башҡортостан” исемле этношәмбе уҙҙы. Уҡыусыларға “Халыҡ уйындары”, “Оҫта ҡулдар”, “Бейергә өйрәнәбеҙ”, “Башҡорт милли кейемдәре”, “Башҡорт музыка ҡоралдары” тип аталған туҡталыштарҙа оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.
“Халыҡ уйындары” туҡталышында Зөлфиә Рәүил ҡыҙы халҡыбыҙҙың онотолоп барған боронғо уйындары менән таныштырҙы һәм уйнатты. Балаларға “Тирмәмдә”, “Мөйөш алыу”, “Көршәк ватыу”, “Бүкән ҡайыш”, “Һуҡыр тәкә” уйындары бик оҡшаны.
“Оҫта ҡулдар”туҡталышында Раушания Әхмәтдин ҡыҙы үҙенең бәйләү һәм сигеү оҫталығын күрһәтте, татар традициялары тураһында ла һөйләне. Уҡыусылар энә тотоп бәйләргә, сәйлән менән сигергә өйрәнде.
Өсөнсө туҡталышта бейеү көйҙәре яңғырап торҙо. Музыка тип йәнен-тәнен биргән Розалия Хәкимова башҡорт һәм татар бейеү элементтарын күрһәтте. Сәнғәткә ғашиҡ балалар төрлө бейеү хәрәкәттәрен үҙләштерҙе.
“Башҡорт милли кейемдәре” туҡталышында йәш уҡытыусы Зинира Нуриева үҙе теккән кейемдәрҙе күрһәтте, уларҙы ҡайҙа кейеүҙәре тураһында һөйләне. Уҡыусыларға зауыҡлы кейемдәрҙе кейеп ҡарау мөмкинлеге бирелде.
Һуңғы “Башҡорт музыка ҡоралдары” туҡталышында ҡунаҡтар ҙа бар ине. Кандаковка ауыл мәҙәниәт йорто директоры Әлфинур Ниғмәтйәнова һәм китапхана мөдире Фәймә Марс ҡыҙы килгәйне. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Сәғитйән ҡыҙы уҡыусыларға ҡурай тураһында легендә һөйләне. Китапханасы байрам да ҡатнашыусыларҙы ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтте.
Көн һуңында барыһы ла сараның йомғаҡлау өлөшөнә йыйылды, иҫтәлеккә фотоға төштө. Этношәмбе балаларға бик оҡшаны һәм улар тағы шундай саралар уҙғарылыуын теләне.
Читайте нас: