Эйлестан
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Октябрь 2019, 12:10

Ҡул эштәре матур, ә һыуытҡыста – салаттар

Мөрсәлим мәктәбенең технология бүлмәһендә ҡул эштәренең күплегенә хайран ҡалдыҡ.

Мөрсәлим мәктәбенең технология бүлмәһендә ҡул эштәренең күплегенә хайран ҡалдыҡ. Улар шул хәтлем зауыҡлы, килгән һәр бер ҡунаҡты үҙҙәренә ылыҡтырып, тартып тора ине!
– Беҙҙең ҡыҙҙар бүлмәһе бөтә кәрәк-яраҡтар менән йыһазландырылған. Бында улар бесергә, тегергә, сигергә өйрәнә, төрлө әйберҙәр бәйләү менән мәшғүл. Улай ғына түгел әле, өсөнсө йыл инде мәктәп яны биләмәһендә үҙебеҙ үҫтергән уңыштан ҡышҡылыҡҡа әҙерләмәләр ҙә, салаттар ҙа яһай¬ҙар. Йәрминкәләр¬ҙә ауыл халҡы бик яратып ала. Үткән йылдар¬ҙа, мәҫәлән, һатыуҙан килгән аҡсаға география, технология бүлмәләре өсөн телевизорҙар һатып алдыҡ, – тип һөйләне директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлшат Байрамова.
Белем усағында технология уҡытыусыһы Эльвира Аҡмырҙинаның оҫталығы күҙгә күренеп тора. Үҙенең белгәнен ҡыҙҙарға өйрәткән. Ана бит, ырғаҡ менән генә нисәмә төр әйбер бәйләгәндәр. Салфеткалар, ойоҡбаштар, сәскәләр, шәлдәр, йомшаҡ уйынсыҡтар һатыуҙыҡынан бер ҙә кәм түгел. Ҡорамалар, аш-һыу бүлмәһе өсөн теккән кәрәк-яраҡтар ҙа матур килеп сыҡҡан. Технология бүлмәһендә ҡуйылған күргәҙмәлә ағасты биҙәкләгән, сиккән, тоҙло ҡамырҙан яһалған эштәр ҙә етерлек.
– Дәрес ваҡытында ла, ҡыҙҙар¬ҙың теләге буйынса синыфтан тыш та шөғөлләнәбеҙ. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә барыһын да өйрәтергә тырышабыҙ инде. Балаларға бик оҡшай. Ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләүҙә иһә малайҙар ҙа ярҙам итә, – ти Эльвира Рәфҡәт ҡыҙы.
Шәп бит! Бер яҡтан, уҡыусылар шулай эшкә өйрәнеп үҫһә, икенсе яҡтан, көҙгө уңыштан мәктәпкә файҙа ла килә. Оҙаҡламай ҡыҙҙар, малайҙар үҙҙәре лә өйҙә төрлө әҙерләмәләр, салаттар яһап, ата-әсәләрен ҡыуандыра башлар әле!
Г. Шәйхетдинова. Салауат районы.
https://yanshishma.rbsmi.ru/articles/-n-re-bar-y-ere-bar/ul-esht-re-matur-yuyt-ysta-t-mle-salattar/
Читайте нас: