Мәсетле районында йыл башынан бөтәһе 209 яҡтылыҡ нөктәһе ҡуйылған. Был планлаштырылғандың 100 процентын тәшкил итә.
Ауыл-ҡала урамдарын яҡтыртыу тормош сифатын яҡшыртыуҙа, юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә мөһим фактор булып ҡала. Шөкөр, Мәсетле районында был тәңгәлдә байтаҡ эштәр башҡарыла. Бөтә ауыл биләмәләрендә лә тиерлек яңы фонарҙар ҡабынып, хәҙер ауыл халҡына киске эңерҙә, төнөн йөрөүе ҡурҡыныс түгел, урамдар балҡып тора. Абдулла ауыл биләмәһендә яңы фонарҙарҙы былтыр ауыл халҡы үҙ көстәренә ҡуйғайны. Яҡтыртҡыстарҙың иң күбеһе район үҙәге Оло Ыҡтамаҡта, унда 70 фонарь урамдарҙы яҡтырта. Әләгәҙ, Дыуан-Мәсетле, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәләрендә лә 20-нән ашыу яҡтыртҡыс урынлаштырылған.
Бынан тыш, быйыл 98 яңы бағана ҡуйылып, иҫкеләре алмаштырылған, 7,19 км оҙонлоғонда иһә кабелдәр монтажланған.
Шуныһы ҡыуаныслы: был эштәр ауылдарҙы яҡтыртыу системаһын яҡшыртыу буйынса республика маҡсатлы программаһына ярашлы башҡарылған. Республика һәм район бюджеттарынан бөтәһе 3,68 миллион һум бүленгән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/t-n-n-y-r-e-ur-ynys-t-gelme/