Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Октябрь 2019, 11:20

Янында – һунар мылтығы

Салауат районының Урмантау ауылында теркәлгән ваҡиға буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара.

Салауат районының Урмантау ауылында теркәлгән ваҡиға буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара.
Үҙенең йортонда бер ирҙең кәүҙәһе табылған. Мәйет янында һунар мылтығы ла ятҡан.
32 йәшлек ирҙең кәүҙәһен 22 октябрҙә тапҡандар. Асыҡланыуынса, һунар мылтығы мәрхүмдеке түгел, етмәһә, бер ҡайҙа ла теркәлмәгән. Енәйәт урынынан ҡорал менән гильзалар алынған, ирҙең кәүҙәһен суд-медицина экспертизаһына ебәргәндәр.
С. Ғәлин.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/yanynda-unar-mylty-y/
Читайте нас: