Рәсәй Президенты интернетта наркотиктарҙы пропагандалаған йәки уларҙы ҡулланырға өндәгән өсөн енәйәт яуаплылығын ғәмәлгә индереүгә ҡағылышлы төҙәтмәләр әҙерләргә ҡушты.
Документта билдәләнеүенсә, наркотиктарҙың һәм психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы эш итеү буйынса өҫтәмә сара күреү, “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрен файҙаланып, наркотиктарҙы, психотроп матдәләрҙе йәки уларҙың аналогтарын ҡулланыуға өндәгән, уларҙы пропагандалаған өсөн енәйәт яуаплылығын билдәләү йәһәтенән Рәсәй ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү бурысы йөкмәтелә.
Мәғлүм булыуынса, ғәмәлдәге ҡануниәттә наркотиктарҙы пропагандалаған өсөн административ яуаплылыҡ ҡына билдәләнә. Уның өсөн айырым кешеләргә, шулай уҡ сит ил граждандарына йәки гражданлығы булмағандарға иң ҙур штраф күләме – биш мең һум, вазифалы кешеләргә һәм эшҡыуарҙарға – 50 мең һумға тиклем, юридик берәмектәргә иһә – бер миллион һумға тиклем. Сит ил граждандарына ҡарата Рәсәйҙән ҡыуыу йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу рәүешендә яза алымы ҡулланылыуы ихтимал.