Эйлестан
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Октябрь 2019, 07:24

Путин: әсәлек капиталын – газ үткәреүгә

Әле әсәлек капиталының бер өлөшөн торлаҡҡа газ үткәреү өсөн тотоноу мөмкинлеге ҡарала. Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәтенә 15 ноябргә тиклем ошо мәсьәләне хәл итеү бурысын ҡуйҙы.#ВладимирПутин

Әле әсәлек капиталының бер өлөшөн торлаҡҡа газ үткәреү өсөн тотоноу мөмкинлеге ҡарала. Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәтенә 15 ноябргә тиклем ошо мәсьәләне хәл итеү бурысын ҡуйҙы.
Бындай күрһәтмә дәүләт Башлығының Алыҫ Көнсығыштағы йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашыуы йомғаҡтары буйынса төҙөлгән исемлеккә индерелгән.
“Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә “Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында”ғы Федераль закон менән ҡаралған әсәлек капиталы аҡсаһын йәки уның бер өлөшөн торлаҡҡа газ үткәреүгә файҙаланыу мөмкинлеге тураһындағы мәсьәләне ҡарарға”, – тиелә документта.
Бынан тыш, капитал аҡсаһын торлаҡты үҙәкләштерелгән һыу тәьминәте, һыу бүлеү системаларына тоташтырыуға йәки һыу менән тәьмин итеүҙең автономиялы системаларын үткәреүгә тотонорға тәҡдим ителә.
Читайте нас: