Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары итеп һайланды. Был вазифала ул ун йыл буйына эшләгән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевты алмаштырҙы.
Хәҙер партия алдында заманса алымдар ҡулланып, хаҡ, дөрөҫ, ышаныслы юлдан барырға һәм һайлаусыларҙың өмөтөн аҡлау өсөн барыһын да эшләргә тейеш, тине төбәк башлығы. Радий Хәбиров яңы вазифала тәүге күрһәтмәһен дә бирҙе.
Бынан тыш, Радий Хәбиров Константин Толкачевты үҙенең беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләүен дә белдерҙе. “Берҙәм Рәсәй”ҙең абруйын күтәреүҙәге хеҙмәте һәм уңышлы етәкселек иткәне өсөн партия рәйесе Дмитрий Медведевтың Рәхмәт хатын тапшырҙың