Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Октябрь 2019, 15:47

Ҡыйғы ҡыҙы – Европа чемпионы

Ҡыйғы районынан 13 йәшлек Минара Шахбанова Португалияла, киокушин каратэ буйынса 33-сө Европа чемпионатында Рәсәй исеменән лайыҡлы сығыш яһап, Европа чемпионы булды.

Ҡыйғы районынан 13 йәшлек Минара Шахбанова Португалияла, киокушин каратэ буйынса 33-сө Европа чемпионатында Рәсәй исеменән лайыҡлы сығыш яһап, Европа чемпионы булды.
Ярыштар Порту ҡалаһында уҙҙы. Чемпионатта Европаның 20 иленән спортсылар ҡатнашты. Рәсәйҙән – 14 кеше, шул иҫәптән Үрге Ҡыйғы ауылынан “Батыр” клубы тәрбиәләнеүсеһе Минара Шахбанова. Ул бөтә дәғүәселәрен лайыҡлы еңеп, беренсе урынды яуланы.
– Беҙ тәүҙән үк, хатта ошо ярыштарға әҙерләнгәндә, беренсе урын алыу маҡсатын ҡуйҙыҡ, – тине ҡыҙҙың тренеры Артур Хөснөтдинов. – Минараны тотош район, класташтары, ата-әсәһе һәм “Батыр” клубы тәрбиәләнеүселәре ҡаршы алды. Уның атаһы ҡыҙын ярыштарға оҙатҡан саҡта: “Бөгөн һине әсәйең оҙата, ә һин бөтә район ҡаршы алһын өсөн тырыш”, – тигәйне. Уның һүҙҙәре дөрөҫкә сыҡты.
Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айҙар Ғәйфуллин чемпионкаға иҫтәлекле бүләк тапшырып спортта юғары күрһәткестәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: