Рәсәй Президенты йәнә лә Көнбайышта эш сәфәрендә. Был юлы ул Венгрияла. Премьер-министр Виктор Орбандың "Кармелит ихатаһы" тигән һарайында осраштылар.
Дәүләт башлыҡтары сауҙа-иҡтисади, мәҙәни-гуманитар өлкәлә үҙ-ара хеҙмәттәшлек, көнүҙәк халыҡ-ара һәм төбәк хәл-әхүәлдәре тураһында фекер алышты. Әлбиттә, байтаҡ мөһим документҡа ла ҡул ҡуйыу күҙалланғайны.
Алдан Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песковтың, Яҡын Көнсығышта урынлашҡан христиан сиркәүҙәре етәкселәре менән бик ҡыҙыҡ осрашыу буласаҡ, тигәне тормошҡа ашты. Тағы ла көн тәртибендә Халыҡ-ара дзюдо федерацияһының штаб-квартираһында булыу ҙа бар ине.
Бығаса Рәсәй менән Венгрия лидерҙары 2018 йылда Мәскәүҙә осрашҡайны. Ә Владимир Путин Будапештҡа һуңғы тапҡыр ике йыл элек барҙы. Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса матбуғат конференцияһы ла үтте.