Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Октябрь 2019, 12:28

ЗӘЙНЕТДИНОВТАРҘА ДҮРТ БЕРЕНСЕ УРЫН!

Зәйнетдиновтарҙың ғаилә ансамбле Төркиәлә Халыҡ-ара ҡумыҙсылар конкурс-фестивалендә еңеү яуланы.

Зәйнетдиновтарҙың ғаилә ансамбле Төркиәлә Халыҡ-ара ҡумыҙсылар конкурс-фестивалендә еңеү яуланы. Конкурс Рәсәйҙә һәм Төркиәлә Мәҙәниәт һәм туризм йылы сиктәрендә Антальяла 26 октябрҙән 2 ноябргә тиклем бара.
Зәйнетдиновтар, күп жанрлы конкурста башҡорт башҡарыу сәнғәтен күрһәтеп, алты диплом алды, шуларҙан «фольклор», «халыҡ бейеүе», «музыка ҡоралында уйнайу» номинацияларында дүрт беренсе урын.
Ғаилә башлығы — Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡумыҙсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, республиканың мәғариф отличнигы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. Хәләл ефете Гөлгөнә менән өс бала тәрбиәләй. Уларҙың бөтәһе лә йырлай, бейей, музыка ҡоралдарында уйнай, төрлө фестивалдәр һәм конкурстар лауреаттары.
Ләйсән — Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты студенты, студенттар өсөн сараларға сценарийҙа яҙа. Азамат Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаған, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа, гитарала һәм башҡа музыка ҡоралдарында уйнай, каратэ менән мауыға. Кесе ҡыҙҙары Илүзә Өфөнөң Киров районында 51-се балалар баҡсаһына йөрөй, йыр-моң конкурстарында ҡатнаша, ҡумыҙҙа уйнай.
Зәйнетдиновтарҙы дәртләндереү өсөн сараға Төркиәлә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа килде.
Читайте нас: