“Росстат” 2020 йылда үткәреләсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың логотибын рәсми символ булараҡ раҫланы.
Белгестәр билдәләүенсә, логотип сараның дөйөм милли күләмен, Рәсәй халҡының милли берҙәмлеге тураһындағы идеяны сағылдыра. Был идея география фәнендә дөйөм ҡабул ителгән дүрт төҫ ярҙамында асыла. Мәҫәлән, күк төҫ – диңгеҙҙәрҙе, ҡыҙыл – тауҙарҙы, һары – дала киңлектәрен, йәшел урмандарҙы аңлата. Етәкләшкән дүрт кеше ғаиләне (ата-әсә менән балаларҙы) һынландыра. Текст иһә логотипҡа рәсми төҫ бирә. Уның аҫҡы өлөшөндәге “2020” һандары халыҡ иҫәбен алыу үткәрелгән йылды, бер-береһе менән мәғлүмәт уртаҡлашҡан кешеләрҙе (”ике” һаны – ике кешенең башын һәм “нуль” һаны – диалог тәҙрәһен) сағылдыра.
“Логотипты халыҡ иҫәбен алыуға бәйле материалдарҙа һәм сараларҙа файҙаланырға мөмкин. Әүәлге халыҡ иҫәбен алыуҙарҙың логотиптарын, атрибутикаһын, фото- һәм видеофайлдарын тарихи материалдарҙа ғына ҡулланыу рөхсәт ителә”, – тине “Башҡортостанстат” етәксеһе Әкрәм Ғәниев.
Мәғлүм булыуынса ҙур сара – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу илебеҙҙә киләһе йылдың 1 – 31 октябрендә үтәсәк.