Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ноябрь 2019, 08:50

Газ үткәреүгә – 60 -100 мең һум

Башҡортостан Хөкүмәтендә айырым категорияға ҡараған граждандарға шәхси торлаҡ йортҡа газ үткәреү өсөн сертификат биреү тәртибе раҫланды. Сертификат күләме - 60 – 100 мең һум.

Башҡортостан Хөкүмәтендә айырым категорияға ҡараған граждандарға шәхси торлаҡ йортҡа газ үткәреү өсөн сертификат биреү тәртибе раҫланды. Сертификат күләме - 60 – 100 мең һум.
Республикала даими йәшәүсе Рәсәй граждандарының түбәндәге категорияға ҡараусылары (йорто йә торлаҡта өлөшө булғандар) сертификат алырға хоҡуҡлы:
- Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары;
- Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары;
- инвалидтар;
- инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр;
- күп балалы ғаиләләр.
Сертификаттар тураһында ентекләберәк БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының рәсми сайтында белергә мөмкин.
Читайте нас: