Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Ноябрь 2019, 19:30

Артур - донъя чемпионы!

Ҡазанда уҙған билбаулы көрәш буйынса спорт йыйынында Ҡыйғы егете Артур Зөлҡәрнәев өсөнсө тапҡыр донъя чемпионы булды.

Ҡазанда уҙған билбаулы көрәш буйынса спорт йыйынында Ҡыйғы егете Артур Зөлҡәрнәев өсөнсө тапҡыр донъя чемпионы булды.
Яҡташыбыҙ 75 килограмға тиклемге ауырлыҡта классик стилдә еңеү яуланы.
Артур Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылында тыуып үҫкән. Өсөнсө кластан спорт менән шөғөлләнә башлай. Тәүге тренеры – атаһы Валерий Зөлҡәрнәев. Ул Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем алған. Быйыл Артур "Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Афарин, Артур! Шундай ир-егеттәребеҙ булыу – беҙҙең өсөн ғорурлыҡ!
Читайте нас: