Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Ноябрь 2019, 00:20

Мәсетлеләр диктант яҙҙы

Кисә,1 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан “Ҙур этнографик диктант” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Сараға мәсетлеләр ҙә ҡушылды.

Кисә,1 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан “Ҙур этнографик диктант” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Сараға мәсетлеләр ҙә ҡушылды.
Район үҙәк китапханаһында ойошторған майҙансыҡта барыһы 35 кеше этнографик грамоталылығын, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар тураһындағы белеме кимәлен һынап ҡараны. Акцияла төрлө ойошма, учреждение хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты. Улар 30 һорауҙан торған (20 һорау дөйөм, 10-һы йәшәгән төбәккә бәйле булған) диктант яҙҙы. Һорауҙарға яуап биреү өсөн 45 минут ваҡыт бирелде. Сарала ҡатнашҡан һәр кемгә сертификат тапшырылды.
Әгәр диктантты төрлө сәбәптәр буйынса төбәк майҙандарында яҙа алмайһығыҙ икән, 1-нән 4 ноябргә тиклем сараның www.miretno.ru рәсми сайтында онлайн-тест булараҡ үтергә мөмкин.
Һорауҙарға дөрөҫ яуаптар 10 ноябрҙә юғарыла күрһәтелгән рәсми сайтта баҫыласаҡ. Былтыр диктантты илдә 392 мең кеше 4567 майҙансыҡта яҙғайны. Башҡортостанда 3137 кеше ҡатнашты, 28 майҙансыҡ ойошторолғайны.
Читайте нас: