Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы быйыл да декабрҙә үтә.
Былтыр был сара 14-се тапҡыр 20 декабрҙә булғайны. Ул 3 сәғәт 43 минут дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә дәүләт башлығы 53 һорауға яуап бирҙе. Иҡтисад, халыҡ-ара хәл, төбәк проблемалары конференцияла төп тема булды.
Владимир Путиндың матбуғат-конференцияһын 6,7 миллиондан ашыу кеше ҡараны.