Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Ноябрь 2019, 17:00

Ағаһын сәнсә лә үлтерә...

Балаҡатай районында була был хәл.

Балаҡатай районында була был хәл.
1 ноябрҙән 2 ноябргә ҡараған төндә 21 йәшлек ҡыҙ 34 йәшлек ағаһы менән йортонда кәйеф-сафа ҡороп, иҫерткес эсемлектәр ҡуллана. Тик ни сәбәптәндер туғандар араһында низағ килеп сыға. Һеңлеһе күп уйлап тормай өҫтәлдән бысаҡ алып, ағаһына бер нисә тапҡыр сәнсә.
Асыҡланыуынса, ир ауыр тән йәрәхәттәре ала, бөйөрө, бауыры яралана, бынан тыш, ҡан тамырҙары, мускул зоналары ла зыян күрә.
"Ашығыс ярҙам" машинаһында зыян күреүсене сәғәт төнгө өстәр тирәһендә дауаханаға оҙаталар. Медиктар ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҡарамаҫтан, 34 йәшлек ир аңына килмәй, иртәнге сәғәт һигеҙенсе яртыла йән бирә.
Шул уҡ төндә ғәйепләнеүсене полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала, 21 йәшлек был ҡыҙ шыр иҫерек була. Ул үҙенең ғәйебен таный. Әле ҡыҙға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.
Читайте нас: