Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Ноябрь 2019, 19:00

Башҡортостанда тыуым да, үлем дә кәмегән

Быйыл Башҡортостан халҡы 12,3 мең кешегә кәмегән.

Быйыл Башҡортостан халҡы 12,3 мең кешегә кәмегән.
Башҡортостан Статистика үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республикала 4 млн 51 мең кеше йәшәгән. Дөйөм алғанда, тыуым да, үлем дә кәмегән.
2019 йылдың ғинуар – август айҙарында 28343 бала тыуған, ә былтыр һигеҙ ай эсендә бөтәһе 31749 сабый донъяға килгән.
33042 кеше мәрхүм булған, шул иҫәптән бер йәшкә тиклемге 189 бала. Былтыр иһә ошо осорға был күрһәткес 34456 (-1414) тәшкил иткән.
Халыҡтың иҫәбе 4699 кешегә кәмегән (тыуыусылыр һәм үлеүселәр һаны араһындағы айырма). 2018 йылдың ғинуар – август айҙарында халыҡ иҫәбенең тәбиғи кәмеүе 2707-гә тиң булған.
Ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан (15008 кеше – 45,4 %), яман шешетән (4786 – 14,5 %), тын юлдары һәм инфекция ауырыуҙарынан – 2065 (+365). Транспорт юл фажиғәһендә 307 (-31) кеше һәләк булған, алкоголдән ағыуланыуҙан – 70 (-5), 552 (-36) кеше үҙ-үҙен һәләк иткән, 111(+5) кешенең ғүмерен ҡыйғандар.
Өйләнешеүеселәр һәм айырылышыусылар һаны ла кәмегән. Бөтәһе 16356 (-1246) никах, 10102 (-81) айырылышыу теркәлгән.
Читайте нас: