Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Ноябрь 2019, 14:55

Беҙҙә лә бассейндар буласаҡ

2024 йылға тиклем республиканың 16 районында бассейндар төҙөләсәк. Исемлектә Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы райондары ла бар.

2024 йылға тиклем республиканың 16 районында бассейндар төҙөләсәк. Исемлектә Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы райондары ла бар.
Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһендә белдерҙе. Төбәк башлығы әйтеүенсә, сығымдарҙы экономиялау маҡсатында спорт залы йәки ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан катокты берләштергән комплекстарҙан торған бассейнлы үҙәк төҙөү проекттарын ҡулланыу күҙаллана. Был маҡсатта 4 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноу күҙаллана.
Эш сәфәрҙәре барышында халыҡтан йыш ҡына өйрәнергә урын булмау сәбәпле, йөҙә белмәйбеҙ тип зарланыуын ишетергә тура килде. Сәйер, әммә 21 быуатта ла ошо хәл күҙәтелә. Хәлде мотлаҡ төҙәтербеҙ, тип билдәләгән Радий Фәрит улы сәхифәһендә.
Читайте нас: