Республикала беренсе һәм шулай уҡ өсөнсө, унан да һуңғы тыуған балаларға ай һайын пособие түләү РФ Президенты күрһәтмәһе буйынса әҙерләнгән "Бала тыуғанда ғаиләләргә финанс ярҙамы күрһәтеү" Федераль проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы дауам итә.
Пособиеға кемдәр хоҡуҡлы?
Ул 2018, 2019 йылдарҙа тыуған йә ғаилә тарафынан уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған балалар өсөн түләнә. Тәүге сабыйға аҡса уға 1,5 йәш булғанса түләнә, өсөнсө һәм унан һуңғыға - өс йәш тиклем.
Әйткәндәй, тәүге бала өсөн пособие күләме - 9 182 һум. Ул, әлбиттә, бөтәһенә лә түләнмәй. Президент билдәләүенсә, уны алыу хоҡуғына ғаиләнең һәр ағзаһына уртаса килем 14 328 һум булғанда, йәғни йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырҙан да артмаған осраҡта, эйә булалар.