Быйыл Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте - 100, БР Яҙыусылар союзы 85 йыллығын билдәләй. Документ тап ошо юбилейҙарға әҙерлек һәм уларҙы үткәреү хаҡында.
Ойоштороу комитетын Республика Хөкүмәтенең вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров етәкләй. Тиҙҙән саралар планы әҙер буласаҡ.
Район һәм ҡалалар хакимиәттәренә лә мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында яҙыусылар менән осрашыуҙар ойоштороу тәҡдим ителгән.