Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Ноябрь 2019, 16:30

Ут менән һаҡ булығыҙ!

Йыл башынан республикала 10332 янғын осрағы теркәлгән, уларҙа 2127 кешенең ғүмере өҙөлгән. Бөгөн төндә Тәтешле районында ҡот осҡос фажиғә теркәлде. Янғында 29 йәшлек әсә менән һигеҙ һәм ике йәшлек балалар һәләк булды.

Йыл башынан республикала 10332 янғын осрағы теркәлгән, уларҙа 2127 кешенең ғүмере өҙөлгән. Бөгөн төндә Тәтешле районында ҡот осҡос фажиғә теркәлде. Янғында 29 йәшлек әсә менән һигеҙ һәм ике йәшлек балалар һәләк булды.
Стистика буйынса, көҙгө-ҡышҡы осорҙа янғындар һәм уларҙа һәләк булыусылар һаны арта. Ут тоҡанып китеүҙең төп сәбәптәре – электр йылытыу приборҙарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен хәтерегеҙгә төшөрә:
- электр селтәренә тоташтырылған көнкүреш приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
- электр үткәргестең төҙөклөгөн тикшереп тороғоҙ, боҙоҡ электр приборҙарынан, электр розеткаларынан файҙаланмағыҙ;
- электр приборҙарын завод инструкциялары талаптарына ярашлы файҙаланығыҙ;
- бер электр розеткаһына бер юлы бер нисә электр приборын тоташтырмағыҙ, электр селтәренә көс төшәсәк;
- асыҡ ут сығанаҡтарынан (шәм, шырпы) файҙаланыу зарурлығы барлыҡҡа килгән осраҡта һаҡ булығыҙ;
- электр приборҙары өҫтөндә кейем киптермәгеҙ һәм башҡа төрлө янып китеүсән материалдар ҡуймағыҙ;
-мейестәрегеҙҙе ваҡытында тикшереп тороғоҙ;
-розеткаларҙың йылыныуына иғтибар итегеҙ – был электр приборының боҙолоуы йәки электр селтәренең көсөргәнешле эшләүенең беренсе билдәһе;
-өйҙә тәмәке тартмағыҙ;
-бәләкәс балаларығыҙҙың үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырмағыҙ, шырпы, зажигалкаларҙы күренгән урынға һалмағыҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: янғынды һүндереүгә ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк. Ут сығыу осрағын күрһәгеҙ, 01, кеҫә телефонынан 112 номерҙарына шылтыратығыҙ.
Читайте нас: