Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ноябрь 2019, 11:05

Беҙ тәүге өсәү рәтендә

Башҡортостан илдә милли проекттарҙы иң әүҙем яҡтыртҡан өс төбәк исемлегенә инде. Был тикшеренеү 2019 йылдың сентябре йомғаҡтары буйынса төҙөлгән. #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан илдә милли проекттарҙы иң әүҙем яҡтыртҡан өс төбәк исемлегенә инде. Был тикшеренеү 2019 йылдың сентябре йомғаҡтары буйынса төҙөлгән.
Рейтингта беренсе урынды Мәскәү ҡалаһы биләй. Унда Президент В.В. Путиндың “2024 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары һәм стратегик мәсьәләләре тураһында”ғы Указы матбуғатта иң йыш яҡтыртылған.
Икенсе урында – Краснодар крайы. Өсөнсөлә – Башҡортостан. Рейтингта тәүге унауға килгәндә, артабан Приморск крайы, Нижегородка өлкәһе, Санкт-Петербург, Төмән өлкәһе, Татарстан, Мәскәү һәм Һамар өлкәләре килә.
Башҡортостан матбуғатында республиканың ауыл мәктәптәре базаһында 133 “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәге эшләй башлағаны тураһында хәбәр ителде. Төбәктәге белем биреү учреждениеларының матди-техник хәлен яҡшыртыу өсөн “Мәғариф” милли проектына ярашлы 208,5 миллион һум алынғаны яҡтыртылды. Киң мәғлүмәт саралары шулай уҡ “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектына ярашлы урман янғындарын һүндереү техникаһы алыуға республикаға өҫтәмә 34,5 миллион һум килгәне хаҡында яҙҙы һ.б.
Белешмә:
Төбәктәр рейтингы “Медиалогия” системаһының Рәсәй киң мәғлүмәт саралары базаһы анализы нигеҙендә төҙөлгән. Тикшеренеүҙә илдәге гәзиттәр, журналдар, интернет-баҫмалар, мәғлүмәт агентлыҡтары, шулай уҡ радио һәм телевидение мәғлүмәттәре һаналған. Рейтингтың төп күрһәткесе – МедиаИндекс, унда, лингвистик анализ технологияларын ҡулланып, иҫәпләү автоматик рәүештә бара.
Читайте нас: